Бикбулатова(минус)араларза ай гына – Без названия

Название: Без названия

Текст песни

Опубликовано: Алексей Жарков

Ярҙа егет, көймәлә ҡыҙ
Һыу өҫтөндә ай йөҙә.
Ике ярҙы тоташтырып
Тулҡындарҙы ул теҙә.

ҡушымта:
Яр аҫтында тал ғына
Яратмаһаң ҡал ғына.
Ә яратһаң йүгереп төш
Араларҙа ай ғына.

Тал толомон һыу тарата
Хәтерләтеп юл сатын.
Ике яҡта яр йыраҡта
Эргәмдәге йәр яҡын.

Сәсрәп китте көмөш тулҡын
Талдарҙан тамсы тама.
Бер кәмәлә икәү бергә
Бер бөтон бәхет аға.
Поделись текстом в соц сетях:

Подпишись на нашу группу

и слушай классную музыку каждый день
Права на тексты песен, а также их переводы принадлежат их авторам. Все тексты и их переводы представлены исключительно для ознакомления.